

Хәйбулла районы 1-се Мырҙа ауылында тыуған 29 йәшлек Амур Кинйәбаевты 2021 йылдың 19 июненән алып эҙләнеләр.
Юғалған көндө улар урамға сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтмаған. Туғандары һуңғы көнгә тиклем мөғжизәгә ышанған. Әммә 29 сентябрҙә Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһының Локомотивстрой тимер юл станцияһы янындағы күпер аҫтында уның үле кәүҙәһен табалар. Алдағы мәғлүмәттәр буйынса ул үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
фото:Социаль селтәрҙәр.