

Иглин районында Һамар-Өфө-Силәбе юлының 1537-се саҡрымында Дыуан районында йәшәүсе 44 йәшлек водитель КаМАЗ йөк машинаһы менән идара иткәндә, ремонт эштәре барған участкала торған "Daf" битум ташыусы машина менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә битум ташыусы машина алда торған "Ford Focus" автомобиленә, ә ул үҙ сиратында юл ситендә торған УАЗ һәм "Hyundai" машиналары менән бәрелешә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария арҡаһында КаМАЗ водителе ваҡиға урынында һәләк була. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, иғтибарлы булығыҙ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фото:ЮХХДИ