

Ошо көндәрҙә Бәләбәйҙә авария теркәлде. Таңғы сәғәт биштә ҡаланың Көнсығыш урамында “Лада Гранта” машинаһы юл ситенән китеп барған саҡта металл сикләгестәргә барып бәрелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель машинаһына идараны юғалтҡан, аҙаҡ үҙе, ҡурҡып, авария урынынан ҡасҡан. Ә салонда аңын юғалтҡан 22 йәшлек ҡатын ятып ҡалған.
Башы йәрәхәтләнгән водитель шулай ҙа кис дауаханаға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Ә бына пассажир ҡатындың ғүмере өҙөлә. Тәүҙә уны "Ашығыс ярҙам" машинаһы менән алып китәләр һәм дауаханаға һалалар, тик эске органдары ныҡ зыян күргән булып сыға. Икенсе көндә йән бирә.
Был хәлде юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре тикшерә. Асыҡланыуынса, машина теркәлмәгән. Руль артында ла автомобилгә ҡағылышы булмаған кеше ултырған.
“Комсомольская правда” баҫмаһы аварияла һәләк булған кешенең кемлеген асыҡлаған. Ул - Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән 22 йәшлек ҡатын. Йәш кенә булһа ла, ике бәләкәй балаһы – дүрт йәшлек улы менән ике йәшлек ҡыҙы ҡалған. Балаларҙы әле мәрхүмәнең әсәһе ҡарай, уларҙы приютҡа ебәрмәҫ өсөн опекаға алырға итә.
Мәрхүмәнең яҡындары ул төндә нимә булғанын әле аңламай. Ҡатындың таныштары менән ял иткәне билдәле, ә кис, күрәһең, был ир уны алып барырға тәҡдим иткәндер. Улар бер-береһен алдан белгәнме, юҡмы – билдәһеҙ.
"Авариянан һуң ир ҡатындың телефонын тотҡан да ҡасҡан, бер кемгә лә шылтыратмаһын, тинеме икән. Күрәләтә үлергә ташлап киткән! Ҡатын тәүҙә аңында булған, машина янында йөрөгән, табиптарҙы йәки такси саҡыртыуҙы һораған, тиҙәр. Ә дауаханаға килгәс, ныҡ йоҡом килә, тигән, уянғас иһә, эсен тотҡан да үлгән", – тип һөйләгән уның апаһы.
Ҡатынды бөгөн ерләгәндәр. Туғандары һәм яҡындары был фажиғәгә һаман ышанып бөтә алмай. Айырыуса әсәһе ҡайғыра, ул икенсе балаһын ерләгән, тиҙәр. Тик бәләкәй ейәндәре генә уға үҙен ҡулда тоторға ярҙам итә.
Фото: КП-Өфө.