ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Сентябрь 2021, 08:53

400 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Стәрлетамаҡтан 91 йәшлек инәй таныш булмаған ҡатынға ҙур суммала аҡсаһын биреп ебәргән

400 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан400 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
400 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

91 йәшлек инәйҙең фатиры ишеген билдәһеҙ ҡатын шаҡылдатып,  иҫке аҡсаларҙы яңыһына алмаштырып йөрөүе һәм әгәр ҙә алмаштырып өлгөрмәһә, аҡсаларҙың юҡҡа сығыуы тураһында  белдерә.

Бер ҡатлы инәй 400 мең һум аҡсаһын, йәнәһе яңы купюраларға алмаштырыу өсөн  билдәһеҙ кешегә тоттороп сығарып ебәрә. Ә  оло йәштәге кешене алдаған мутсы кире әйләнеп килмәй.

Башҡортостан буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта ошо хәл-ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Оператив-эҙләү эше алып барыла.

 Башинформ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас