ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Сентябрь 2021, 16:16

Ул ике балаһын үлтергәйне...

Ир ҡатыны менән талаша ла алты йәшлек улы менән бер йәшлек ҡыҙын машинаға ултыртып алып сығып китә... Әле ошо фажиғәгә бәйле үткәрелгән экспертиза һөҙөмтәһе билдәле булды.  

Ул ике балаһын үлтергәйне...Ул ике балаһын үлтергәйне...
Ул ике балаһын үлтергәйне...

Былтыр йыл аҙағындағы был хәл күптәрҙе шаҡ ҡатырғайны: 37 йәшлек ир ике бәләкәй балаһын үлтерҙе һәм үҙ-үҙенә ҡул һалды.

Ғаилә Дәүләкән районында йәшәгән була. 26 декабрҙә ир ҡатыны менән талаша ла алты йәшлек улы менән бер йәшлек ҡыҙын машинаға ултыртып алып сығып китә. Күп тә үтмәй, уларҙың машина эсендәге кәүҙәләре райондың Өршәк йылғаһы буйында табыла.

Ул саҡта Тәфтиш комитеты иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты, үлгәндән һуң психолог-психиатрик экспертиза билдәләне. Хоҡуҡ һаҡсылары был енәйәтте тикшерҙе, әле эш тамамланыу өҫтөндә. Шулай уҡ ошо көндәрҙә экспертиза һөҙөмтәһе билдәле булды.

"Ғәйепләнеүсенең вафат булыуы сәбәпле эш ябыласаҡ. Экспертиза һөҙөмтәһе әҙер: ир балаларын үлтергән саҡта үҙ аңында булған, нимә эшләгәнен аңлаған", – тигән “Комсомольская правда” баҫмаһына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ.

 

 

 

Фото: "Комсомольская правда".

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-09-22/ul-ike-bala-yn-lterg-yne-2517215
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас