ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Сентябрь 2021, 16:06

Шәфҡәт туташына 24 кенә йәш булған...

“Икеһе лә бик йәл. Шундай йәштәр, матурҙар ине. Ата-әсәләренә сабырлыҡ теләйем”.

Шәфҡәт туташына 24 кенә йәш булған...Шәфҡәт туташына 24 кенә йәш булған...
Шәфҡәт туташына 24 кенә йәш булған...

Кисә Башҡортостанда ҡурҡыныс авария теркәлеп, унда йәш кешеләр һәләк булды.

Белорет – Учалы – Мейәс автомобиль юлының 137-се километрында, Учалы районы биләмәһендә “Лада Гранта” менән ҙур йөк машинаһы бәрелеште. Еңел автомобилдең рулендә 24 йәшлек ҡатын булған. Ҙур машинаға иһә 49 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе идара иткән.

Әле “Комсомольская правда” баҫмаһы водитель ҡатындың кемлеген асыҡлаған. Ул - Учалы ҡалаһынан 24 йәшлек Вәсилә Хәмзина. Янында 23 йәшлек танышы Рөстәм ултырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ныҡ көслө бәрелештә йәштәрҙең икеһе лә шул урында йән биргән.

Вәсилә Учалы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Хеҙмәттәштәре йәш белгесте изге күңелле, алсаҡ кеше ине тип билдәләй. Ул эшен бик яратып башҡарған.

“Икеһе лә бик йәл. Шундай йәштәр, матурҙар ине. Ата-әсәләренә сабырлыҡ теләйем”, – тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Луиза К.

Әле инспекторҙар авария сәбәптәрен асыҡлай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер нисә ай элек кенә водитель танытмаһын алған ҡыҙ машинаға идараны юғалтҡан һәм ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан.

 

 

 

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-09-23/sh-f-t-tutashyna-24-ken-y-sh-bul-an-2518656
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас