ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Сентябрь 2021, 16:09

Ике ауыл араһында юғалған

70 йәшлек Нәжип Солтанбәковты һуңғы тапҡыр 21 сентябрҙә...

Ике ауыл араһында юғалғанИке ауыл араһында юғалған
Ике ауыл араһында юғалған

Архангел районында 70 йәшлек Нәжип Солтанбәковтың юғалыуы тураһында хәбәр итә туғандары. Һуңғы тапҡыр уны 21 сентябрҙә Уҫаҡлы һәм Ҡурғаш ауылдары араһында күргәндәр.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, пенсионерҙың күк төҫтәге Renault Logan автомобиле рулендә сит кеше ултырыуын күреүселәр булған.
Транспорттың дәүләт номеры: Х384КС02
Нәжип Солтанбәковтың билдәләре: ҡаҡса кәүҙәле, буйы 162 см тирәһе, күҙҙәре йәшкелт, сәсе саллана башлаған. Өҫтөнә ҡара куртка, ҡара салбар һәм шул төҫтә ботинка кейгән.
Уның тураһында нимәлер белеүселәр булһа, 8(917) 4597636, 8(901)8104143 йәки 02 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.

 


Фото:социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-09-23/ike-auyl-ara-ynda-yu-al-an-2517907
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас