ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Сентябрь 2021, 16:14

Бер аҙ йылытҡандан һуң йәнә һалҡынайта

*

Бер аҙ йылытҡандан һуң йәнә һалҡынайтаБер аҙ йылытҡандан һуң йәнә һалҡынайта
Бер аҙ йылытҡандан һуң йәнә һалҡынайта

Республикала бер аҙ йылытҡандан һуң йәнә һалҡынайта. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 сентябрҙән 26-һына тиклем республикала +8,+10 градус йылы булыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +2,+8 градус, урыны менән 0,-5 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ 11-17 градус.

Ләкин 26 сентябрҙән 27-һенә ҡарай төндә һалҡын атмосфера фронтының үтеүе көтөлә. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы мөмкин. Һауа температураһының ҡапыл төндә -1,-6, көндөҙ +4,+9 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Башҡортостанда уртаса тәүлек температураһы +1,+6 градус була.

 

 

https://www.bashinform.ru/bash/1648907/

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас