ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Сентябрь 2021, 18:23

Тағы авария, тағы фажиғә...

Көн дә  юлдарҙа кешеләр ҡырыла. Бөгөн  Туймазы районында Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлында ике  "KIA Rio" автомобиле төкөшкән. 40 йәшлек ҡатын вафат...

Тағы авария, тағы фажиғә...Тағы авария, тағы фажиғә...
Тағы авария, тағы фажиғә...

Автомобилдәрҙең береһенең руле артында 40 йәшлек ҡатын, икенсеһендә Стәрлетамаҡтан 27 йәшлек  егет булған.

Ҡатын алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән биргән,  ә йәш водитель һәм уның 33 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған.

БашДТП | Уфа и Башкортостан

Фото: Пресс-служба ГИБДД Башкирии.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас