22 сентябрь төнөндә Учалы районында Белорет — Учалы — Мейәс автомобиль юлының 137-се саҡрымында «Лада Гранта» ҡаршыға килгән Volvo Trucks йөк машинаһы менән бәрелешкән. Йөк машинаһына 49 йәшлек Силәбе кешеһе идара иткән.
Юл фажиғәһендә еңел автомобилдең 24 йәшлек водителе һәм 30 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәрҙән йән биргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.



