ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Сентябрь 2021, 17:03

Урамда бер ҡат кейемдә тороп ҡалғандар...

Ярҙам һораған ҡыҙҙарҙың Башҡортостандан икәнлеге асыҡлана. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә...

Урамда бер ҡат кейемдә тороп ҡалғандар...Урамда бер ҡат кейемдә тороп ҡалғандар...
Урамда бер ҡат кейемдә тороп ҡалғандар...

“Беҙ – Пермь университеты студенттары. Урамда бер футболкала ғына ҡалдыҡ, өйгә ҡайтып китеү өсөн ятаҡтан әйберҙәребеҙҙе ала алмайбыҙ. Исмаһам, паспортты алырға ине, автобусҡа билет алыр инек. Беҙ Башҡортостандан өс ҡыҙ! Ярҙам итегеҙ, зинһар!”

Пермь университеты студенттарының ошо хәбәре Республикаға идара итеү үҙәге системаһына эләгә. Белгестәр төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығы менән ашығыс бәйләнешкә инә. Ярҙам һораған ҡыҙҙарҙың Әбйәлил, Бөрө һәм Ҡыйғы райондарынан икәнлеге асыҡлана. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ике ҡыҙ бөгөн ҡайтырға сыҡҡан, уларҙы туғандары ҡаршылай. Өсөнсөһө иртәгә ҡайтасаҡ, документтары ҡулында. Республика Хөкүмәте, атап әйткәндә, вице-премьер Ирек Сәғитов ярҙамы менән студенттар республикаға ҡайтарылды. Уларҙың хәле һәйбәт, ҡурҡыныс ваҡиға мәлендә йәрәхәтләнмәгәндәр.

Пермь крайында 21 сентябрь Матәм көнө тип иғлан ителде. Фажиғә бөтә илде тетрәндерҙе. Республикаға идара итеү үҙәге командаһы һәләк булғандарҙың яҡындарының ҙур ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

 

 

 

#МЫПЕРМСКИЙУНИВЕРСИТЕТ #ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

Фото: “Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-09-21/uramda-ber-at-keyemd-torop-al-andar-2515872
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас