ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Сентябрь 2021, 16:54

Йәштәр фажиғәгә тарыған

16-20 йәшлек йәштәр төндә автомобилгә күмәкләп тейәлеп китеп барған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Йәштәр фажиғәгә тарығанЙәштәр фажиғәгә тарыған
Йәштәр фажиғәгә тарыған

Стәрлебаш районында 18 сентябрҙә бер төркөм йәштәр юл фажиғәһенә тарыған.  

ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ - Стәрлебаш - Федоровка юлынан улар төндә автомобилгә күмәкләп тейәлеп китеп барған. Әммә 20 йәшлек водитель - Салауат ҡалаһы егете - идараны юғалта, һөҙөмтәлә "Лада Гранта" юлдан ситкә осоп түңкәрелә. Иҫке Ҡалҡаш, Ибраҡай ауылдарының 16 - 20 йәшлек йәштәрен төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһен - 18 йәшлек Ибраҡай егетен ҡотҡарып ҡала алмайҙар, ул реанимацияла йән бирә.

Автомобилдән дә металл өйөмө генә ҡалған. Әле был юл фажиғәһе буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған, водителдең иҫерек булғаны асыҡланған, енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип белдерә ЮХХДИ.

Шулай уҡ Баҡалы районында йәш водитель 29 йәшлек пассажир ҡатынды һәләк иткән. Юл фажиғәһе 19 сентябрҙә Балсыҡлы ауылының Йәштәр урамында була. ВАЗ-2109 машинаһында елдергән 23 йәшлек водитель, боролошҡа һыймай, машинаны түңкәрә. Алғы пассажир урынында ултырған ҡатын йән бирә, ә водителдең үҙен дауаханаға алып китәләр. Юл полицияһы белдереүенсә, егеттең водитель танытмаһы ла булмаған.

Юлдарҙа һаҡ, бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ!

 

 

Фото: ЮХХДИ.

Автор:Миләүшә Сайтакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-09-20/st-rlebash-y-sht-re-fazhi-g-tary-an-2514277
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас