

Республика ЮХХДИ-һы хәбәр итеүенсә, Салауат ҡалаһы кешеһе “Лада-гранта” машинаһы менән эскән килеш идара итеп, юлдан ситкә оса һәм түңкәрелә.
Машинала 16-нан 20 йәшкә тиклемге биш йәш кеше була. Ашығыс ярҙам машинаһы зыян күреүселәрҙе дауаханаға илтә, айырыуса ауырҙары реанимацияға оҙатыла. 18 йәшлек бер егет һәләк була.
Авария сәбәптәре асыҡлана.
ИА «Башинформ»