ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Сентябрь 2021, 16:20

Таң менән үлемесле авария

Бөгөн Асҡар-Сибай юлында...

Таң менән үлемесле аварияТаң менән үлемесле авария
Таң менән үлемесле авария

Бөгөн 16 сентябрҙә Әбйәлил районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария иртәнсәк Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлының 16-сы саҡрымында була.

39 йәшлек ир "Renault Logan" автомобиле менән идара иткәндә юлдың ситенә төшөп түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында вафат була. Уның 34 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла. Авария буйынса тикшереү эштәре дауам итә.

 

 

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас