

Мотоциклда йә мопедта елдереүселәр ҡатнашлығында авариялар йышайҙы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 14 сентябрҙә 37 йәшлек ир Депо урамы буйлап мопедта елдерә. Әммә, йорт ҡаршыһында ул "ВАЗ -2105" машинаһы менән бәрелешә.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, автомобилдең руле артында 21 йәшлек егет ултырған. Етмәһә, мопед хужаһы башына махсус шлем да кеймәгән булған. Авария һөҙөмтәһендә мопедсы ҡазалана, һәм уны дауаханаға һалалар.
Шулай уҡ Баймаҡ районында ла мопедта ултырған 60 йәшлек ир юл фажиғәһенә тарыған. Ул Баймаҡ -Түбә трассаһынан барғанда, Vento Riva мопедына идара итә алмайынса, юлдан ситкә оса. Төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. ЮХХДИ мәғлүмәттәренән шуныһы асыҡлана: ир мопедҡа эскән килеш ултырған.
Тәүлек эсендә юл полицияһы 2100 тәртип боҙоуҙы фашлаған, 42 иҫерек водителде тотҡан, тип хәбәр итә ЮХХДИ.
Эскән килеш руль артына ултырып, үҙенең генә түгел башҡаларҙың да ғәзиз ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуын иҫтән сығармаһын ине лә бит водителдәр...