

Бөгөн район мәҙәниәт йортонда район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙың бер төркөмө менән осрашып, “Хәйбулла районы территорияһында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн” Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Улар араһында “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең автотранспорт цехы хеҙмәткәре Фәрит Солтанов та бар.
Урман янғындары башланғас, Фәрит Яхиян улын, тәжрибәле бульдозер йөрөтөүсе булараҡ, район территорияһында янғын һүндереүгә йүнәлтәләр. 8 көн дауамында ул ауыр махсус техника менән идара итеп, Аҡташ, Вәзәм, Урыҫбай, Аҡъюл ауылдары, шулай уҡ “Шайтан-тау” ҡурсаулығы, “Аҡсарлаҡ” балалар лагеры территорияһында минералләштерелгән һыҙаттар һала.