ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Сентября 2021, 17:03

Башҡортостанда юл фажиғәһенән һуң дүрт кеше дауаханаға эләккән

 Күмертауҙа ике еңел автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән. Энергетиктар урамында «Лада Приора» менән «Хендай Солярис» бәрелешкән. Юл фажиғәһе урамдағы видеокүҙәтеү камераһына эләккән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда юл фажиғәһенән һуң дүрт кеше дауаханаға эләккәнБашҡортостанда юл фажиғәһенән һуң дүрт кеше дауаханаға эләккән
Башҡортостанда юл фажиғәһенән һуң дүрт кеше дауаханаға эләккән

Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуғылғандан һуң илебеҙ автомобиле үткәргес торбаға барып бәрелгән.

«Приора»ға идара иткән 32 йәшлек ир, уның 20, 22 һәм 27 йәшлек пассажирҙары төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оаҙтылған.

«Солярис»тың 33 йәшлек водителе зыян күрмәгән.

https://www.bashinform.ru/bash/

Башинформ

 

 

 

 

https://www.bashinform.ru/news/1644032-v-bashkirii-chetyre-cheloveka-popali-v-bolnitsu-posle-stolknoveniya-dtp-video-momenta/

Автор: