

Хәүефһеҙлек айлығы сиктәрендә, бында ғәҙәттән тыш хәл осрағына күнекмәләр үтте. Бындай хәүефһеҙлек саралары план буйынса ойошторола.
Күнекмә легендаһы буйынса уҡыу корпусының беренсе ҡатында электр сымдары төҙөк булмау сәбәпле, “янғын сыға”. 11.32 сәғәттә 1-се уҡыу корпусы һаҡсыһы күнекмәләр башланыуы тураһында янғын һағына хәбәр итә. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса инструкцияға ярашлы, студенттар, учреждение хеҙмәткәрҙәре ял паркы территорияһында билдәле бер урынға эвакуацияланды.
Күнекмә ваҡытында янғын сигнализациялары, учреждение һаҡсыһы, төркөмдәр кураторҙары һәм хеҙмәткәрҙәрҙең ғәҙәттән тыш хәл осрағында инструкция буйынса эшләүе тикшерелде. Экстрен хеҙмәт һәм янғын һағы техникалары килеүе, ут һүндергестәрҙең практик эше күрһәтелде, янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж бирелде.