ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Сентябрь 2021, 16:18

Күп ҡатлы йорттоң тәҙрәһе алдында ҡот осҡос хәл

*

Күп ҡатлы йорттоң тәҙрәһе алдында ҡот осҡос хәлКүп ҡатлы йорттоң тәҙрәһе алдында ҡот осҡос хәл
Күп ҡатлы йорттоң тәҙрәһе алдында ҡот осҡос хәл

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәһе алдында бер ҡатындың кәүҙәһе табылған. Был хәл уҙған ял көндәрендә Степан Злобин урамындағы йортта булған.

Социаль селтәрҙә ошо хаҡта хәбәрҙәр баҫылған, шулай уҡ фажиғә урынынан фотоһүрәттәр һәм видеояҙма һалынған. 40-45 йәштәрҙәге ҡатын көндөҙ йығылып төшкән. Был ваҡытта эргәнән коляска менән йәш ҡыҙ үтеп барған.  Ун туғыҙынсы ҡатта, фажиғә урынында, шаһиттар ҡыҙыл менән төшөрөлгән квадратҡа тап булған.

Республиканың Тәфтиш комитеты мәғлүмәте буйынса, мәйеттә криминаль билдәләр юҡ. Тикшереү бара.

 

 

Фото: Ксения Калинина

https://www.bashinform.ru/bash/1643450/

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас