

23 йәшлек егет Chevrolet Lacetti машинаһы менән төкөшкәндән һуң, ҡаршы һыҙатҡа сығып, тағы ла ике машинаға бәрелә
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Өфө ҡалаһында мотоциклда барыусы егет ҡот осҡос аварияға эләгеп, урында һәләк була. Авария сәбәптәрен тикшереү эше бара.
Фото: УГИБДД МВД по РБ