

Өфөлә йәш әсә ике бәлиғ булмаған балаһы менән ғәйеп булған, тип белдерә Эске эштәр министрлығының матбуғат үҙәге.
32 йәшлек Диана Шәрипова 10 йәшлек улы Даниланы һәм 6 йәшлек ҡыҙы Софьяны алып өйҙән сығып киткән һәм әлегә тиклем уның ҡайҙалығы билдәһеҙ. Эҙләү башлыса Өфөлә бара, сөнки бындағы таныштарында булыуҙары ихтимал.
Өҫтөнә аҡ футболка, йәшел джинс салбар кейгән, 170 сантиметр тирәһендәге буйлы, ҡуңыр сәсле ҡатынды, бәлки, абайлаусылар булыр. Шуға ла фотолағы ҡатын күҙегеҙгә салынһа, кисекмәҫтән полицияға шылтыратыу зарур.
Фото Горообзор.