ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Сентябрь 2021, 16:36

11 йәшлек малай һарайҙа үле килеш табылған

*

11 йәшлек малай һарайҙа үле килеш табылған11 йәшлек малай һарайҙа үле килеш табылған
11 йәшлек малай һарайҙа үле килеш табылған

Архангел районында 7 сентябрҙә ата-әсә улдарын һарайҙа үле килеш тапҡан. Mash Batash телеграм-каналы мәғлүмәте буйынса, уның эргәһендә атаһының мылтығы ятҡан.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 11 йәшлек малай өйҙә апаһы менән дәрес әҙерләгән. Был көндө уның атаһы эш буйынса киткән, ә әсәһе хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнгән. Ҡатын һарайға ингәс, ҡорал һаҡланған сейфтың асыҡ икәнен күргән. Сейфтың асҡысы ҡайҙа ятҡанын ғаиләлә бөтәһе лә белгән. Ошонда уҡ ул балаһының үле кәүҙәһен тапҡан.

«Архангел районында 11 йәшлек малайҙың үлем осрағы буйынса Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты органдары эшләй», — тип хәбәр иттеләр республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

 

 

фото:Ксения Калинина

https://www.bashinform.ru/bash/1642710/ 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас