ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Сентябрь 2021, 16:30

Машина икегә бүленгән...

Бөгөн Өфөлә 19 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатҡа сығып, ҡот осҡос авария сәбәпсеһе була

Машина икегә бүленгән...Машина икегә бүленгән...
Машина икегә бүленгән...

ВАЗ-2114 руле артындағы 19 йәшлек егет ҡаршы һыҙатҡа сығып, ике сит ил машинаһына төкөй.

Шаһиттар белдереүенсә, көслө бәрелештән ВАЗ-2114  яна башлай һәм  ул туҡталҡала торған тағы ла  3 машинаға бәрелә. Машина икегә бүленә...

Авария һөҙөмтәһендә «Hyundai Accent» водителе һәм пассажиры медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. Авария буйынса тикшереү эше бара

 

Фото: ГИБДД по РБ

видео:  БашДТП | Уфа и Башкортостан

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас