ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Сентябрь 2021, 18:12

Хәйбулла районынан водитель юл ситенә төшкән

Машина түңкәрелеп, ағасҡа бәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Хәйбулла районынан водитель юл ситенә төшкәнХәйбулла районынан водитель юл ситенә төшкән
Хәйбулла районынан водитель юл ситенә төшкән

Кисә 6 сентябрҙә киске сәғәт 9-ҙа Йылайыр районында Магнитогорск-Ира юлының 199-сы саҡырымында авария теркәлә.

Хәйбулла районынан 33 йәшлек ир ВАЗ-2110 менән идара иткәндә боролошта юлдың ситенә төшөп китә. Автомобиль түңкәрелеп, ағасҡа бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель ваҡиға урынында һәләк була. Ә уның пассажиры – Баймаҡ районынан 35 йәшлек ир дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре дауам итә.

 

 

 

 

Фото:ЮХХДИ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас