

Баймаҡ районындағы күлдә Басай ауылында йәшәүсенең кәүҙәһен биш көн дауамында эҙләгәндәр.
1 сентябрҙә 41 йәшлек иҫерек ир һыу ингәндә батҡан. Ваҡиға урынында Сибай ҡалаһы авария-ҡотҡарыусылар хеҙмәте водолаздары эшләне.
Йыл башынан республикала йәмғеһе 106 кеше һыуға батҡан.
Фото:Башинформ.