

Кисә 5 сентябрҙә киске 8-се сәғәттә Өфө районында Өфө-Шишмә юлының 16-сы саҡрымында авария теркәлә. Юлда “Kayo” питбайкы менән “Hino Ranger” йөк машинаһы бәрелешә. Билдәле булыуынса йөк машинаһы төп юлдан барған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 17 йәшлек мотоциклист алынған йәрәхәттәрҙән вафат була. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
фото:ЮХХДИ.