ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Сентябрь 2021, 07:52

Водителде табыуҙа ярҙам һорайҙар

Ул үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң...

Водителде табыуҙа ярҙам һорайҙарВодителде табыуҙа ярҙам һорайҙар
Водителде табыуҙа ярҙам һорайҙар

Төнгө сәғәт 12-нән һуң Мәләүез районында Смаҡ-Йомағужа-Воскресенск юлының 14-саҡрымында шәхесе асыҡланмаған водитель билдәһеҙ машина менән идара иткәндә йәйәүле ирҙе бәрҙереп, ваҡиға урынынан ҡасҡан.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 42 йәшлек ир алынған йәрәхәттәрҙән урында вафат була. Билдәле булыуынса, йәйәүленең кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булмай. Әлеге ваҡытта водителде эҙләү дауам итә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, ваҡиғаға сәбәпсе булған водителде асыҡлауҙа ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булғандарҙы яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итеүҙе һорайҙар.

 

 

Фото:ЮХХДИ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас