

Бөгөн 5 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-селә Арлан-Әшит юлының 6-сы саҡрымында Краснокама районында авария теркәлә.
ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, 28 йәшлек егет идара иткән "Renault Duster" менән ҡаршыға килгән КаМАЗ бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе “тиҙ ярҙам” машинаһы килгәнгә тиклем вафат булған. Авария буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Фото:ЮХХДИ.