

Кисә 3 сентябрҙә киске 18:30 сәғәттә Иглин районында Өфө-Иглин-Красная Горка юлының 28-се саҡырымында авария теркәлгән. Бында ике сит ил машинаһы - "Subaru Outback" һәм ҡаршыға килгән "Kia Sportage" бәрелешкән.
Авария һөҙөмтәһендә "Subaru" автомобиленең пассажиры –17 йәшлек ҡыҙ ваҡиға урыныда вафат булған. Дауаханаға йәмғеһе 4 кеше, шул иҫәптән 8 йәшлек ҡыҙ оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшеренеү эштәре бара.
фото:ЮХХДИ