

Бөгөн 4 сентябрҙә Өфө-Ырымбур юлының 161-се саҡрымында «Лада Приора» еңел автомобиле һәм Mercedes Sprinter автобусы бәрелешкән.
Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған. Ике водитель, һәм шулай уҡ автобустың ике пассажиры дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, автобус бәләкәй күләмдәге йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
фото:Башинформ