ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Август 2021, 16:07

Юлда үлә аттар, мышылар...

Бындай авариялар өсөн кемде ғәйепләргә? Машина йөрөтөүсенеме? Мал хужаһымы? Осраҡлылыҡмы?.. 

Юлда үлә аттар, мышылар...Юлда үлә аттар, мышылар...
Юлда үлә аттар, мышылар...

Башҡортостанда һуңғы көндәрҙә йәнлектәргә бәйле автоһәләкәттәр артты. Ҡорбандар араһында йорт аттары ла бар, ҡырағай мышылар ҙа. Ярай әле был юлы кешеләр һәләк булманы. Ә малдар...

Тәүге авария ошо көндәрҙә Салауат районы менән Силәбе өлкәһе сигендә була. Шаһиттар белдереүенсә, “Шевроле Нива” машинаһы бер өйөр атҡа барып бәрелә. Рулдә күрше Силәбе өлкәһенең Ҡатаутамаҡ (Усть-Катав) ҡалаһы кешеһе ултырғаны билдәле. Был авария һөҙөмтәһендә аттар һәм ҡолондар зыян күргән, машина ла ныҡ ҡына иҙелгән.

Социаль селтәрҙәрҙә баҫылған видеояҙманан күренеүенсә, бер ҡолон үлгән, икенсеһе имгәнгән. Ҙур бер ат юл эсендә ята, икенсеһе һынған аяҡтары менән ситтәге ағастар араһында тыпырсына... Күренеш, әлбиттә, бик ҡурҡыныс һәм йәлләткес. Аттар тере ҡалһа ла, уларҙың мал булып китере икеле... Ярар, кешеләр һәләк булмаған.

Был мәсьәлә, һәр ваҡыттағыса, интернетта ултырыусылар араһында ҙур бәхәстәр тыуҙыра. Берәүҙәр иғтибарһыҙ водителде яманлаһа, икенселәр ғәйепте йорт хайуандарын ҡарауһыҙ сығарып ебәргән хужаларҙа күрә.

Йәнлектәргә ҡағылышлы икенсе авария кисә кис Дәүләкән районында теркәлде. Дәүләкән – Талбазы юлының туғыҙынсы километрында 26 йәшлек шофер ултырған “Рено Меган” автомобиле ҡапыл юлға килеп сыҡҡан мышыға бәрелгән. Бәрелеш бик көслө булған, унан һуң машина юл ситенә ауған, ә мышы үлгән. Был осраҡта ла кешеләрҙең иҫәнлегенә шөкөр итергә генә ҡала...

Ошондай аварияларҙа кем ғәйепле һуң? Әлбиттә, водителгә иғтибарлы булырға кәрәк, әммә трассала ҙур тиҙлектә китеп барған саҡта ҡапыл ҡайҙандыр ҡырағай йәнлек килеп сығырын күҙаллауы ауыр бит...

 

 

Фото: ЮХХДИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-08-25/yulda-l-attar-myshylar-2478359
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас