ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Август 2021, 16:22

Газ тикшереүсе һәләк булған

Шәхси йорттоң газ ҡоролмаларын тикшерергә килгән булған ул.

Газ тикшереүсе һәләк булғанГаз тикшереүсе һәләк булған
Газ тикшереүсе һәләк булған

Өфөлә газ ҡорамалдарын тикшергән ваҡытта «Газпром» төбәк-ара газ бүлеү эшсеһе -23 йәшлек кенә егет эш урынында һәләк булған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, аяныслы хәл 20 августа Ленин райанына ҡараған Урманлы урамында була. Шәхси йорттарҙың газ ҡоролмаларын тикшерергә килгән егет ҡаза күрә. Алдан күҙаллауҙарынса, уны ток һуҡҡан.

Күреп ҡалыусылар "Ашығыс ярҙам" саҡыра ла бит. Тик табиптар килеп, реанимация процедураларын башҡарып ҡараһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егетте ҡотҡарып ҡала алмайҙар. «Хәлде ентекле тикшереп, нилектән фажиғә килеп сыҡҡанлығы асыҡланыр», - тип белдерәләр Хеҙмәт дәүләт идаралығында.

Йәш кешенең ғүмере фажиғәле өҙөлөүе бигерәк аяныслы.

 

 

Автор:Миләүшә Сайтакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-08-24/gaz-tikshere-se-l-k-bul-an-2477680
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас