

Кисә 21 августта республика юлдарында 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 4 кеше һәләк булған һәм 13 кеше йәрәхәтләнгән.
Төштән һуң Шишмә районында Шишмә-Аксеново-Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 12-се саҡрымында 70 йәшлек водитель идара иткән "Geelly Emgrand" автомобиле һәм ҡаршыға килгән КаМАЗ менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә иномарканың водителе ваҡиға урынында һәләк булған, ә уның пассажиры – 64 йәшлек ҡатын-ҡыҙ дауаханаға оҙатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы пассажир ҙа дауаханала вафат булған. Фажиғә буйынса тикшереү эштәре бара.
фото:ЮХХДИ.