ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Августа 2021, 05:29

Бөрйән районында – ҙур ҡаза

Ут бер нимәне лә аямай...

Бөрйән районында – ҙур ҡазаБөрйән районында – ҙур ҡаза
Бөрйән районында – ҙур ҡаза

Кисә 21 августа Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында янғын ике хужалыҡты юҡ иткән.

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан дәүләт комитетының мәғлүмәттәренә ярашлы, бер участкала торлаҡ йорт, кеше йәшәмәгән өй, мунса, гараж, ә икенсеһендә йорт һәм кәртә-ҡуралар янған. Ҡазала йәрәхәтләнгәндәр һәм һәләк булғандар юҡ. Ут 20:15 сәғәттә ҡамауға алына, уны һүндереүгә 5 янғын һүндереү машинаһы менән 12 янғын һағы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Ут сығыуҙың сәбәбе аныҡлана.

Ут менән һаҡ булығыҙ!

 

 

фото:РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан дәүләт комитеты

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас