

Бөгөн 21 августа таң менән Ғафури районында юл-транспорт фажиғәһе теркәлә. Аҡкүл-Дарьино тимер юлының 103-се саҡрымында «Ford Focus» автомобиленең водителе светофорҙың тыйылған сигналына үткәүел аша үтә һәм тауар локомотивы менән бәрелешә.
Авария һөҙөмтәһендә 25 йәшлек водитель һәм 24 йәшлек пассажир ваҡиға урынында һәләк була. Тағы ике пассажир - 25 һәм 26 йәшлек егеттәр төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Билдәле булыуынса, тимер юлы аша үткәүелдә шлагбаум булмай, әммә ул поезд килеүен иҫкәртеүсе тауышлы һәм яҡтыртҡыс сигнализация менән йыһазландырылған.
фото:ЮХХДИ