

19 августа иртә менән Бүребай һәм Садовый ауылдары араһында Бүребай ауыл Советының көтөүлектәрендә ҡоро үлән янды. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр, техника йәлеп ителде.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығының Башҡортостан буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 16:25 сәғәттә 5 гектар майҙанды ялмаған ут ҡамауға алынған, ә 17:56 сәғәткә ҡарай һүндерелгән.
Ваҡиға шаһиттары төшөргән видеояҙмала күренеүенсә, янғын эсендә ғәҙәти булмаған күренеш - бер нисә “утлы ҡойондар” ҙа барлыҡҡа килгән.
Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге белгестәре аңлатыуынса, бындай күренеш йәйге селлә – үтә юғары температурала ер өҫтө ҡыҙыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ҡойон йәки торнадоға оҡшауына ҡарамаҫтан, “саңлы шайтан” ҡеүәте буйынса улар иҫәбенә инмәй. Саң, ҡом һәм ваҡ таштар өйөпмәһе бер нисә минут ҡына дауам итә һәм уның бейеклеге 20 метрға саҡлы барып етеүе ихтимал.