

19 августа иртә менән Бүребай һәм Садовый ауылдары араһында Бүребай ауыл Советының көтөүлектәрендә ҡоро үлән янды. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр, техника йәлеп ителде.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығының Башҡортостан буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 16:25 сәғәттә ут ҡамауға алынған, ә 17:56 сәғәткә ҡарай һүндерелгән.
Ваҡиға шаһиттары төшөргән видеояҙмала күренеүенсә, янғын эсендә ғәҙәти булмаған күренеш - бер нисә “утлы” ҡойондар ҙа барлыҡҡа килгән.
Видео: "Башинформ"