ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Август 2021, 10:47

"Ашығыс ярҙам" тәғәйен урынға барып етә алмаған...

Һәләк булған “ашығыс ярҙам” машинаһы водителенә – 55, ә фельдшерға 26 йәш булған.

"Ашығыс ярҙам" тәғәйен урынға барып етә алмаған..."Ашығыс ярҙам" тәғәйен урынға барып етә алмаған...
"Ашығыс ярҙам" тәғәйен урынға барып етә алмаған...

18 августа 04:05 сәғәттә Өфө районында “ашығыс ярҙам” машинаһы “КамАЗ” автомобиленә бәрелеп, водитель һәм фельдшер һәләк булды. Мәғлүм булыуынса, “КамАЗ” автомобиленең водителе туҡтаған урынында иҫкәртеүсе “авария” билдәһен ҡуйған булған.

 

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзынан хәбәр итеүҙәренсә, “ашығыс ярҙам” автомобиле Иглин район дауаханаһындағы ауырыуҙы Өфө районының Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә ҡалдырып, кире районға ҡайтып барған булған. М5 трассаһында “Fiat” маркалы “ашығыс ярҙам” машинаһы тәгәрмәс алмаштырырға тип юл ситенә туҡтаған “КамАЗ”ға барып төкөлә. Һәләк булған “ашығыс ярҙам” машинаһы водителенә – 55, ә фельдшерға 26 йәш булған.

 

Бәхетһеҙ осраҡты тикшереү буйынса комиссия составына ингән Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының хеҙмәт инспекторы Инсаф Шәйхулғәлиев: “Хеҙмәткәрҙәр эш урынында хеҙмәт бурыстарын үтәгән саҡта һәләк булды. Әлегә фажиғә сәбәптәрен әйтеүе ҡыйын, барлыҡ хәл-торош асыҡлана”, – тип уртаҡлашҡан.   

 

Мәғлүм булыуынса, һәләк булған Михаил Медведевтың водитель стажы ҙур: 1995 йылдан бирле эшләй, ә Иглин район дауаханаһында 2016 йылдан. Фельдшер Дамир Хисаметдинов 2017 йылдан дауаханала эшләгән, Туймазы медицина колледжында уҡыған сағынан. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, коллективта абруй ҡаҙанып өлгөргән.  

 

Һәләк булғандарҙың ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙеләр профсоюз ойошмаһынан.

 

Һуңғы ике айҙа “ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында өс авария теркәлгән. Июндә Нефтекаманан фельдшер һәләк булған, Ҡырмыҫҡалынан водитель ауыр йәрәхәттәр алған.

 

 

 

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан, БР ЮХХДИ идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
"Ашығыс ярҙам" тәғәйен урынға барып етә алмаған...
"Ашығыс ярҙам" тәғәйен урынға барып етә алмаған...
"Ашығыс ярҙам" тәғәйен урынға барып етә алмаған...
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас