ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Август 2021, 14:15

Бала табыу йортонда ҙур фажиғә

Бер палатала ятҡан ҡатын икенсеһенең яңы тыуған сабыйын тәҙрә аша ырғытҡан...

Бала табыу йортонда ҙур фажиғәБала табыу йортонда ҙур фажиғә
Бала табыу йортонда ҙур фажиғә

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бала табыу йортонда ҙур фажиғә. Бында яңы тыуған сабый үлтерелгән.

 

Был хәл кисә, 16 августа киске сәғәт алтылар тирәһендә була. 29 йәшлек ҡатын тәҙрә аша палатала ятҡан икенсе ҡатындың яңы тыуған сабыйын ырғытҡан. Палата өсөнсө ҡатта урынлашҡан. Йәрәхәттәр алған бала йән биргән. Был башҡа һыймаҫ ҡылыҡты эшләгән ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был ҡатын табип-терапевт булып эшләгән. Декрет ваҡытында уның ата-әсәһе ҡыҙҙарының психик тотороҡһоҙлоғон һиҙә башлаған. Балаһын тапҡансы ул психоневрология диспансерында “депрессия” диагнозы менән күҙәтеүҙә булған. Яңыраҡ өйөнә ҡәнәғәтләнерлек хәлдә сығарылған, тирә-яҡтағы кешеләр өсөн ҡурҡынысы юҡ тигәндәр.

 

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике ҡатын да 16 августа иртән дауаханаға ятҡан. Ике сәғәт ара менән уларға планлы операция яһалған, балалары тыуған. Икеһен дә операциянан һуң дөйөм реанимация бүлексәһенә күсергәндәр.

 

“17.30 сәғәттә балаларҙы имеҙергә килтергәндәр. Ҡапыл пациент торған да, икенсе ҡатындың балаһын алып тәҙрә аша ташлаған. Баланың әсәһе был саҡта палатала булған. Сабыйға реанимация ғәмәлдәре башҡарылған, әммә ул вафат булған”, – тиҙәр ведомствола.

 

Әле был хәлде тикшереү бара. Тәфтиш комитеты, прокуратура эште контролдә тота.

 

Башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә. Яңы тыуған балаһын юғалтҡан ғаиләнең хәлен күҙ алдына ла килтереп булмай. Беҙ уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

 

 

 

Фото: rweek.ru

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/novosti/2021-08-17/bala-tabyu-yortonda-ur-fazhi-2467771
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас