

Бөгөн иртә менән Туймазы районында М5 “Урал” федераль трассаһының 1326-сы саҡрымында 44 йәшлек ҡатын идара иткән "Peugeot 308" еңел автомобиле менән ҡаршыға килгән "Man" йөк машинаһы бәрелешкән.
Йөк машинаһы руле артында ултырған Силәбе өлкәһенән Һамарға юл тотҡан 35 йәшлек ирҙең һөйләүенсә, еңел автомобиль ҡаршы һыҙатҡа килеп сыҡҡан. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе һәм пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған, ә тағы бер пассажир дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.
фото:ЮХХДИ.