

Оператив штаб мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн 16 августа Ғәлиәхмәт һәм Аҡъюл ауылдары араһында урманда ут сыҡҡан. Бында техника һәм кешеләр ебәрелгән.
Урыҫбай ауылы тирәһендәге урман янғыны ауыҙлыҡланған, бында дежурлыҡ ойошторолған. Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта, утты тулыһынса һүндергәнсе, урындағы ир-егеттәрҙән патруль төркөмдәре булдырыла, улар ранецтар, техника һәм туҡланыу менән тәьмин ителә. Төркөмгә яҙылырға теләүселәргә ауыл биләмәһе хакимиәтенә йәки ауыл биләмәһе башлығына мөрәжәғәт итергә кәрәк: +7(34758)2-37-14, +7(989)953-23-75.