

Халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 37 йәшлек балет артисы наркотик матдәләр һаҡлауҙа һәм һатыуҙа шикләнелә.
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, уны 12 августа Өфө районы Начапкин ауылындағы йортта тотҡандар. Артистан синтетик наркотик матдә, уға прекурсорҙар һәм бер нисә банк картаһы тартып алынған. Артисҡа ҡарата наркотик матдәләр һатырға маташыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта оператив-тәфтиш эштәре башҡарыла.
Ансамблдән хәбәр итеүҙәренсә, артистар был ваҡытта отпускыла булған.
https://www.bashinform.ru/bash/1630054/