

Кисә 14 августа республика юлдарында 16 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 4 кеше һәләк булған һәм 16 кеше йәрәхәтләнгән.
Сибай ҡалаһының Чайковский урамында "Skoda Octavia" автомобиле руле артындағы 33 йәшлек ир юл ситенә төшөп, бетон бағанаға бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә водитель ваҡиға урынында һәләк булған. Тикшереү эштәре бара.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ике меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡаиғҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланған, 66 эскән водитель тотолған.
Фото:ЮХХДИ.