

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Бүздәк районында үлемесле авария теркәлгән. "ВАЗ-2107" автомобилен йөрөтөүсе 81 йәшлек водитель "Howo" йөк машинаһы менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль хужаһы ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Уның 46 йәшлек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да, иҫенә килә алмай, вафат булған. Һәләкәт буйынса тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Үткән тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2500-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, 14 юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, спиртлы эсемлек ҡулланған килеш рулгә ултырған 90 водитель туҡтатылған, 4 кеше аварияла һәләк булған, 18 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: bashinform.ru