ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Августа 2021, 05:37

Ауыл эсендә һәләк булғандар...

“Chevrolet Aveo” автомобилен йөрөтөп барған кеше ҡапыл идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм, юлдан ситкә сығып китеп, ауған.

Ауыл эсендә һәләк булғандар...Ауыл эсендә һәләк булғандар...
Ауыл эсендә һәләк булғандар...

Кисә Ҡырмыҫҡалы районында көндөҙгө сәғәт 2-ләр тирәһендә булған автоһәләкәттә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Фажиғәле хәл Ҡырмыҫҡалы ауылының Вәхитов урамында теркәлгән, тип хәбәр итә Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Билдәле булыуынса, “Chevrolet Aveo” автомобилен йөрөтөп барған кеше ҡапыл идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм, юлдан ситкә сығып китеп, ауған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә шофер үҙе лә, уның эргәһендәге пассажир ҡатын да "Ашығыс ярҙам" килгәнсе үк вафат булған.

Авария урынын полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр тикшергән, фажиғәгә илткән сәбәптәр асыҡлана.

 

 

 

Фото: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-08-13/auyl-esend-l-k-bul-andar-2464986

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас