

Хәйбулла районында янғындар буйынса хәл-торош ниндәй? Был турала Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һуңғы мәғлүмәттәр менән бүлеште:
– Башта алдағы янғындар буйынса шуны әйтәм: Аҡташ ауылы һәм “Аҡсарлаҡ” лагеры тирәһендәге янғын һүндерелде. Оло Әбеш һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдары янындағы янғындар ҡамауға алынды, уларҙа дежурлыҡ ойошторолған. Ҡайһы саҡта көслө ел-дауыл сығыуы ихтимал, шуға был урындарҙа контроль талап ителә. Бөгөнгө көнгә ҡарай төп көстәр Урыҫбай ауылы тирәһендәге янғындарҙы һүндереүгә йәлеп ителде. Был яҡта ут күрше Ейәнсура һәм Йылайыр райондары сиге буйлап таралды. Янғындарҙы уратып һөрөп сыҡтыҡ – был тирәлә 8 техника эшләй. Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса уларҙың иҫәбе артты. Әйткәндәй, Салауатттан йәнә ике техниканың килеүе көтөлә. Әлеге ваҡытта һөрөлгән минераль һыҙаттарҙы киңәйтеү буйынса эштәр башҡарыла. Бынан тыш, ошо һыҙаттарҙың эсендә лә урмандың янып өлгөрмәгән өлөштәрен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Минераль һыҙаттарҙан ут үтмәһен өсөн дежурлыҡ ойошторолдо. Әле ут контролгә алынды, уның ҡайһы йүнәлештә барғанын аңлайбыҙ. Хәлде күҙәтеү өсөн Башҡортостан Башлығы вертолет бүлде, хәҙер барыһын да күреп, белеп торабыҙ, - тине Рөстәм Динислам улы.
фото:Хәйбулла районы хакимиәте.