ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Август 2021, 11:48

Яҡташыбыҙ Роберт Арыҫланов мәрхүм булды

Ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Яҡташыбыҙ Роберт Арыҫланов мәрхүм булдыЯҡташыбыҙ Роберт Арыҫланов мәрхүм булды
Яҡташыбыҙ Роберт Арыҫланов мәрхүм булды

Оҙайлы ауырыуҙан һуң 88-се йәшендә Башҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған эшмәкәре, РСФСР һәм СССР халыҡ мәғарифы алдынғыһы, республиканың элеке мәғариф министрының урынбаҫары Роберт Арыҫланов вафат булды. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 13 августа уҙғарыла.

Роберт Мөтиғулла улы Арыҫланов 1934 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Йәнтеш ауылында донъяға килгән.

1941 йылда тыуған ауылының башланғыс мәктәпкә уҡырға бара, 1951 йылда Аҡъяр ауылындағы урта мәктәпте тамамлай. Башҡорт педагогия институтында белем ала. 1955 йылда ҡулына диплом алып, тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта. Артабан ул төрлө ауыл мәктәптәренең директоры була.

1978 йылда – Башҡорт АССР-ы мәғариф министры урынбаҫары.  1991-1996 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын арттырыу институты проректоры була. Йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша.

Роберт Мөтиғулла улы – Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

 Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас