ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Август 2021, 07:12

Радий Хәбиров Хәйбулла районында ултырыш үткәрҙе

    "Хоҡуҡ һаҡсылары социаль селтәрҙәрҙә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратып, халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырған кешеләрҙе табыр һәм уларға ҡарата сараһын күрер тип ышанам"              

Радий Хәбиров Хәйбулла районында ултырыш үткәрҙеРадий Хәбиров Хәйбулла районында ултырыш үткәрҙе
Радий Хәбиров Хәйбулла районында ултырыш үткәрҙе

10 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районында оператив штабтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда Көньяҡ Уралда урман янғындарын һүндереү тактикаһы ҡаралды.

 

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 2021 йылда Башҡортостанда 6840 гектар майҙанда 310 урман янғыны теркәлгән. Уларҙы бөтөрөү өсөн дөйөм алғанда 271 берәмек техника, 1101 кеше йәлеп ителгән. Кешеләр араһында урман янғыны, федераль һәм төбәк янғынға ҡаршы хеҙмәттәр, шулай уҡ ирекмәндәр бар.

 

– Быйыл урман янғындары былтырғы менән сағыштырғанда 184-кә, зыян күргән урмандарҙың дөйөм майҙаны 1840 гектарға артты, – тине Фәрит Ғүмәров. – 10 авгусҡа ҡарата төп усаҡтар Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура һәм Әбйәлил райондарында теркәлде. Уларҙы һүндереү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән урман янғынына ҡаршы хеҙмәттәргә ярҙам йөҙөнән ҙур тау-руда компаниялары көстәре һәм аҡсалары йәлеп ителде.

 

Көньяҡ Уралдағы янғындарҙы һүндереүгә төбәктең алдынғы сәнәғәт предприятиелары ла ҡушыласаҡ. Улар араһында – “Башҡортостан сода компанияһы”, “Газпром нефтехим Салауат” һәм башҡалар. Улар базаһында ауыр техниканың механизацияланған бригадалары булдырыла, улар 11 августан урмандарҙы һөрә һәм минералләштерелгән һыҙаттар булдыра башлай.

 

– Урман янғындарына бәйле хәл ауыр тәьҫораттар ҡалдыра. Тик иң мөһиме – уттың ныҡлап таралыуын туҡтатып булды, янғындың ауылдарға күсеүенә юл ҡуйылманы. Хәл махсус контролдә. Бының өсөн бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Икенсе аҙна тәбиғәт стихияһы менән көрәшкән ҡыйыу кешеләргә рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Бында урман янғындары теркәлгән башҡа райондарҙы ла, өҫтәмә ресурстар ҙа йәлеп итәсәкбеҙ. Алдан һөйләшкәнсә, беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Хәҙер глобаль климат үҙгәрештәрен иҫәптә тотоп, киләсәккә саралар билдәләргә кәрәк. Урман сәнәғәте хәүефһеҙлегенең төбәк программаһын булдырыу бурысы бар.

 

Башҡортостан Башлығы Көньяҡ Уралда ашығыс хеҙмәттәр һәм ирекмәндәр эшен координациялау өсөн тотороҡло эшләгән телефон һәм радиобәйләнеш ойошторорға ҡушты. Тейешле ҡорамалдар бында ошо аҙнала уҡ килеп етәсәк.

 

– Урындарҙа филиалдары булған берҙәм республика ирекмәндәр үҙәге булдырабыҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының уҡытыу-методика үҙәге көстәре менән уҡытыу үткәрергә кәрәк. Ирекмәндәрҙе махсус кейем, янғынға ҡаршы инвентарь, медицина оҙатыуы менән тәьмин итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был әҙерлекле кешеләр булырға тейеш, улар бер нисә сәғәт эсендә мобилләшергә һәм махсус хеҙмәттәргә утлы стихия менән көрәштә ярҙам итергә әҙер булырға тейеш.

 

Шулай уҡ республика етәксеһе урмандарҙы махсус рәүештә ут төрткән кешеләрҙән яҡлау өсөн ҡануниәт башланғыстарын эшләргә, бындай ғәмәлдәр өсөн язаны ҡатыраҡ итергә ҡушты.

 

– Хоҡуҡ һаҡсылары социаль селтәрҙәрҙә дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратып, халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырған кешеләрҙе табыр һәм уларға ҡарата сараһын күрер тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.

 

 

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2021-08-10/radiy-h-birov-h-ybulla-rayonynda-ultyrysh-tk-r-e-2460974
 
 
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас