

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының бөтәһенә лә урман янғындары хәүефен һәм эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡулдан килгән тиклем ярҙам итергә саҡырҙы.
– Янғынға бәйле хәл әлегә контролдә тотола, әммә һауа торошоноң ҡоро тороуы хәүефте тулыһынса бөтөрөргә ҡамасаулый. Уттың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн өҫтәмә сығанаҡтар талап ителә, шуға ла ярҙам төрлө яҡтарҙан килә һәм депутаттар ҙа ситтә ҡала алмай, – тип белдерҙе Константин Толкачев.
Парламент Рәйесе һүҙҙәренсә, ирекмәдәр янғын һүндереүселәр менән бергә алдынғы рәттә эшләй, әммә уларға транспорт, ҡорамалдар, аҙыҡ-түлек ярҙамы кәрәк. Депутаттар үҙ аҡсаларына бер партия янғын һүндереү ранецтары һатып алып барған. Был эшкә депутаттар Әлфәрис Байсурин, Салауат Рәхмәтуллин әүҙем йәлеп ителгән. Бөгөн иртәнсәк Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сыҡты. Ул янғынға ҡаршы көрөшселәрҙең эшен һәм гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштороуҙа ҡатнаша.
Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының бөтәһенә лә урман янғындары хәүефен һәм эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡулдан килгән тиклем ярҙам итергә саҡырҙы.
Фото: @mchsr.