ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Август 2021, 16:09

"Теге өсәү" ҙә янғын һүндерергә китте...

Бер нисә көн "Юлдаш"ты тыңлаусыларға "Теге өсәү"һеҙ уянырға тура киләсәк.

"Теге өсәү" ҙә янғын һүндерергә китте..."Теге өсәү" ҙә янғын һүндерергә китте...
"Теге өсәү" ҙә янғын һүндерергә китте...

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ике ирекмәндәр төркөмө Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары сиктәрендәге янғындарҙы һүндереүселәргә ярҙамға сыҡты. Автобустарҙы Ҡоролтай һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы бүлде.

 

Ярҙамға ашығыусылар араһында "Юлдаш" радиоһы алып барыусылары һәм хәбәрселәре лә бар. Халыҡтың яратып тыңлаған иртәнге эфирҙы алып барыусылар - "Теге өсәү" ҙә тыуған яҡтарындағы янғынды һүндереүҙә үҙ өлөшөн индерәсәк, улар "ҡыҙыл әтәс"те ауыҙлыҡларға китте.

 

Егеттәр белдереүенсә, "Юлдаш" радиоһы тыңлаусыларына бер нисә көнгә иртәнсәк әтәс менән уянырға тура киләсәк.

 

 

 

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-08-10/tege-s-yan-yn-ndererg-kitte-2460926
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас